Баймаҡтар яугирҙарға ярҙам итә

Райондың Һаҡмар ауылы ирекмәндәре һалдаттар өсөн блиндаж мейестәре эшләй. Республика менән идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, халыҡ 11 мейес яһаған. Шулай уҡ ир-егеттәргә газ баллондары, плитә һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләгән. Республикала фронтҡа ебәреү өсөн 166-сы гуманитар ылау туплана.