Яугирҙар шифаханала бушлай ял итергә хоҡуҡлы

Бөгөнгә 8 меңдән ашыу хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзаһы санаторийҙа һаулығын нығытҡан. Башҡортостан буйынса федераль инспектор Александр Окатьев үткәргән кәңәшмәлә ошо турала белдерелде.  Йыйылыш президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса уҙғарылды. “Шифаханала ял итеү программаһы менән файҙаланғандар арта. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дәүләт һәм шәхси шифаханаларҙы һайлай ала”, - тип белдерҙе вице-премьер - Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары 15 шифаханала һаулығын нығыта ала. Башҡортостан ҡаҙнаһынан финансланған юлламаның хаҡы 60 мең һум тора.