Өфө халыҡ-ара аҙыҡ-түлек фестиваленә әҙерләнә

Тәмле һәм экологик таҙа аш-һыу байрамы барышында фермер йәрминкәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ “Беҙҙең бренд” тигән күргәҙмә була. Унда 100-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Улар араһында иң яҡшы аҙыҡ-түлек өлгөләре асыҡлана. Халыҡ-ара сара Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгендә ойошторола.