Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, ватандаштарыбыҙ исеменән рәхмәтен белдерҙе, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.