Өфөлә «Үҙ бизнесым» программаһы йомғаҡланды

Өфөлә хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн «Үҙ бизнесым» тип исемләнгән мәғариф программаһын ябыу тантанаһы үтте. Граждандарға үҙ эшен асыуҙа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән проект Рәсәйҙең 29 төбәгендә тормошҡа ашырылған. Биш көн дауамында 30-ҙан ашыу кеше эксперттарҙан консультация алды, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, финанс планлаштырыу нигеҙҙәре менән танышты. Ә инде иң яҡшы бизнес-план өсөн психолог Максим Дроздов үҙ бизнесын асыуға 100 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнде.