«Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған байрамда муниципалитеттың ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Йүнселдәр сувенир һәм ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итте. Район халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам туплауҙа ла әүҙем ҡатнаша, экспозицияла маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы юрғандар тәҡдим ителә. Шулай уҡ программаға ярашлы, «Белем биреүҙең социаль үҫеш механизмы булараҡ тәьҫире» темаһына стратегик сессия ла уҙғарылды.
Баймаҡ районының яҡташтар осрашыуы ҙур концерт программаһы менән тамамланды, сәхнәлә танылған артистар һәм ижади коллективтар сығыш яһаны. Тарихи мәғлүмәттәргә туҡталһаҡ, муниципалитет 1930 йылда ойошторолған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан биләмә файҙалы ҡаҙылмаларға бай, шуға күрә уның үҫеше лә тап алтын һәм баҡыр сығарыуға бәйле. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр, ҡымыҙ етештереүселәр ҙә күп.