Рәсәй йыйылма командаһы билбау көрәше буйынса донъя кубогын яуланы

Уның составында Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаны. Мәртәбәле ярышты Өфөнөң Көрәш һарайы ҡабул итте. Республиканың баш ҡалаһына Европа, Азия һәм Африканан 20 йыйылма команда йыйылды. Турнир билбау көрәше буйынса Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй федерацияһын ойоштороусы Риф Ғәйнанов иҫтәлегенә арналды. Октябрьский ҡалаһында тыуған Риф Фәтҡелбаян улы үҙе лә ваҡытында уңышлы спортсы, ә һуңынан тренер була. Данлыҡлы спортсының ҡаҙаныштарын яҡташтары онотмай. Донъя Кубогында Башҡортостандың ҙур йыйылма командаһы төрлө ауырлыҡ категорияларында сығыш яһаны. Шәхси һәм команда беренселегендә улар төрлө дәрәжәләге миҙалдар яуланы.

Турнирҙың беренсе көнөндә ир-егеттәр ирекле, иртәгәһенә классик, ә ҡатын-ҡыҙҙар ирекле стилдә көс һынашты. Команда беренселегендә Рәсәйҙең төп составы Донъя кубогын яуланы. Улар араһында Башҡортостандың 5 көрәшсеһе лә булды. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы ла пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде. Еңеүселәр коллективы составында республика вәкилдәре лә уңышлы сығыш яһаны. Иң көслө спортсылар артабан Дубайға юлланасаҡ, унда билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты үтә.

Өфөгә урындағы федерацияны сәләмләү һәм ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн килдем. Рәсәйгә ҡарата иғлан ителгән санцияларға ҡарамаҫтан, күп командалар йыйылыуына ҡыуанып бөтә алмайым. Сөнки спорт сәйәсәттән ситтә булырға тейеш.

Итало Морелло, Италияның, Панкратион һәм билбау көрәше федерацияһы президенты