Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды

Рейтинг мәғлүмәттәрен бөгөн Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. Түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Дискуссияны асып, Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексын тәҡдим итте. Башҡортостан рейтингта алдынғы 20 төбәк иҫәбенә инеп, 11-се урын биләне. Светлана Чупшева шулай уҡ Башҡортостандың инвалидтар өсөн инклюзив киңлек булдырыу буйынса алып барылған эшен юғары баһаланы.

Радий Хәбиров үҙ сығышында төбәк идара итеү командаһының инклюзияны үҫтереү буйынса эшмәкәрлек нигеҙҙәре менән таныштырҙы. Башҡортостан башлығы шулай уҡ «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы ата-әсәләр берләшмәһе менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдырырға ярҙам итеүен билдәләне. Төбәк етәксеһе мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уникаль инклюзив саралар-«Бәләкәй принцессалар балы» һәм «Геройҙар биләмәһе» патриотик слетты ойоштороу тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.

Башҡортостанда 250 мең самаһы инвалид йәшәй, уларҙың һәр унынсыһы -бала. Радий Хәбиров ярҙамында Өфөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа һәм Белоретта 5 реабилитация үҙәге, шулай уҡ райондарҙа 14 филиал асылды һәм яңыртылды. Инвалид балалар менән эшләүгә ҙур иғтибар бүленә. Былтыр «Салют» шифаханаһы нигеҙендә асылған республика реабилитация-белем биреү үҙәгендә бер йыл эсендә 6 меңдән ашыу тәрбиәләнеүсе хеҙмәтләндерелә.