Белорет ҡалаһында «Башҡорт өйө» этномузейы асылды

Ғаилә музейы билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре һәм «Еңеү яулығы» республика акцияһы ойоштороусыһы Резеда Сәйҙәрованың яңы проекты. Музей экспонаттарын туплауҙа уға бөтә нәҫеле ярҙам иткән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.

Ҡалала беренсе шәхси музей ойоштороусы Резеда Сәйҙәрова бындағы һәр экспонатты бөртөклөп йыйған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яратып ябынған француз яулыҡты тергеҙеп, уны етештереүҙе яйға һалған, махсус хәрби операция башланыу менән «Еңеү яулығы» республика хәйри акцияһын ойошторған эшҡыуар «Башҡорт өйө» музейын асыу теләге менән дә күптән янған.

Этно-музей бынан бер йыл элек бәләкәй генә бүлмәлә асылһа, хәҙер ул тантаналы шарттарҙа яңы бинаға күсте. Урын-ер кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, йорт йыһаздары һәм хатта теген машиналары-һәр ҡайһыһы зауыҡ менән урынлаштырылған экспонаттар халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше тураһында бер бөтөн хикәйәт тәҡдим итә.

Этномузей концепцияһы башҡорт халҡының тарихтың төрлө осорҙарындағы көнкүреш һыҙаттарын үҙ эсенә ала. Музейҙағы иң боронғо экспонаттарҙың береһе ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килгән ҡул тирмәне булһа, Өфө рәссамы Лиана Ниғәмәтйәнованың француз яулыҡ ябынған башҡорт ҡыҙы һүрәте яңы ижад ителгән.

Заман музейҙары креатив индустрияға ҡараған 16 объекттың береһе булыуы менән дә әһәмиәтле. Йәғни, этномузейға төбәккә туристар йәлеп итеү күҙлегенән ҙур өмөттәр бағлана.

Этномузей эшмәкәрлегендә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлеше мәһим урын алып торасаҡ. Райондың Шығай ауыл клубының «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле ағзаһы Зилә Ғәликәева тәүге көндө үк йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ҡул эштәре оҫтаһы боронғо шөғөлдөң оҙаҡ йәшәүен теләй.

Музей асыу уңайынан белореттарҙы Бөтә башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте еәтксеһе Гүзәлиә Балтабаева, «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова тәбрикләне. Тәүге тамашасылар музейға оҙон ғүмер теләне.

Музейҙы ойоштороусы Резеда Сәйҙәрова этномузей киләсәктә лә тарихи документтар һәм һирәк китаптар, халҡыбыҙҙың һандыҡ төптәрендә һаҡланған үҙенсәлекле экспонаттар меннә тулыланып торасағына ышана. Ни тиһәң дә, изге башланғыс урындағы халыҡтың ғына түгел, туризм тармағы етәкселәренең дә яҡлау- хуплауын тапты.

Гөлдәриә Йосопова