Өфөлә Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.Билдәле сәхнә йондоҙҙары һәм композиторҙың яҡындары ҡатнашлығындағы моңло сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Абрар Ғабдрахманов ғүмерен башҡорт музыка сәнғәтенә бағышлаусы композитор. Ижады бай тематикалы булыуы, музыкаль әҫәрҙәре күп төрлө формалар, алымдар ҡулланып яҙылыуы һәм жанрҙар байлығы симфониялар, балалар өсөн опера, хор, камера-инструменталь һәм вокаль әҫәрҙәре менән үҙенсәлекле. Композиторға йырҙар һәм романстар киң танылыу килтерә. «Төнгө серенада»,«Башҡортостан».«Бишек йыры», «Әйтсе, иркәм», «Таңдағы йыр», «Гүзәлем» йырҙары әле лә яратып башҡарыла. Әйткәндәй «Гүзәлемде» композитор ғүмерлек тормош юлдашы Нажиә Һибәт ҡыҙына арнаған

Хәтер кисәһенең режиссеры Дилбәр Фәйзиева, сценарий авторы Луиза Азамат. Программала-юбилярҙың иң яҡшы әҫәрҙәре, коллегалары һәм замандаштары хәтирәләре, һирәк осраған архив кадрҙары күрһәтелде. Тамашасылар Абрар Ғабдрахманов ижад иткән мелодик образдар донъяһына инструменталь композициялар, вокаль әҫәрҙәр аша сәйәхәт итте. Композитор ижады, милли музыка һәм педагогик эшмәкәрлек үҫешенә индергән тос өлөшө йылы һүҙҙәр менән оҙатылды.

Абрар Ғабдрахмановтың балалары, ейәнсәрҙәре хәтирәләре һәм сығыштары кисәгә айырым йәм өҫтәне. Рәсәй опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы,«Алтын битлек», «Онегин» Рәсәй милли премиялары лауреаты Диләрә Иҙрисова олатаһының ижады, изгелеге, сабырлығы, моңоноң киләсәк һөнәрен һайлауҙағы йоғонтоһо хаҡында бәйән итте.

Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Гамбург юғары музыка һәм театр мәктәбе аспиранты Асия Ғарипова олатаһының балаларым скрипкасы булһын тигән яҡты хыялын тормошҡа ашырыусы.

Сара музыка сәнғәте ветерандарын һәм йәш башҡарыусыларҙы берләштерҙе. Улар өсөн мәшһүр композитор Абрар Ғабдрахмановтың ижады яҡты юл күрһәтеүсе маяҡ.

Композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахмановтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ижади кисә халыҡсан моңдо хатта ваҡыт та туҡтата алмауын күрһәтте. Ул талантлы композитор Абрар Ғабдрахманов тураһында хәтер кеүек үк һәр тамащасы йөрәгендә йәшәй һәм яңғырай.

Гүзәл Борханова