«Ватандаш» журналы Бәйләнештә селтәрендә уҙғарған фотоконкурсҡа йомғаҡ яһалды

«Мостай беҙҙең менән» тип аталған фотоконкурсҡа республика төбәктәрендә йәшәүселәрҙән 100 фото килгән. Фотоһүрәттәрҙә-халыҡ шағиры мәктәптә уҡыусылар, иген баҫыуында ауыл эшсәндәре, институтта студенттар, йәш таланттар менән. Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, әҙип йәш сағынан Башҡортостан буйлап йөрөргә, халыҡ араһында булырға яратҡан. Тарихта ҡалған осрашыуҙар йылыһы фотоһүрәттәрҙә һаҡлана. Конкурсҡа килгән фотоларҙан Әлфиә Мостай ҡыҙына фотоальбом бүләк ителде. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.