Республика Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 16 районынан, шулай уҡ Сибай һәм Өфө ҡалаларынан гүзәл заттар бар. Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылда булдырыла. Награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.