Бер төркөм һалдаттар ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булды. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға ғаиләләре, яҡындары һәм дуҫтары килде. Сарала республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул яугирҙарға ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына алып барыу өсөн махсус автобус бүленә. Транспортты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.