“Башҡортостан” полкы яугиры Виталий Трапезников шулай тип белдерҙе. Ул Балаҡатай районынан. 2023 йылда доброволец булараҡ алғы һыҙыҡҡа юллана. Махсус хәрби операцияла “Физик” ҡушаматын ала. Бөгөн “Башҡортостан” полкында гаубица взводы командиры. Уның алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлығы “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән баһаланды. “Башҡортостан беҙгә һәр саҡ ярҙам итә. Республика етәкселеге һәм халыҡтың хәстәрлеген тойоу беҙгә көс бирә”, - ти яугир.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВиталий Трапезниковтың тормош иптәше Светлана яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплай. Улы армияла хеҙмәт итә. Ҡыҙы 11 класта уҡый, киләсәктә юрист булырға хыяллана.