“Ҡайтыр” фильмы “Иң яҡшы репортаж” номинацияһында билдәләнде. Проекттың авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталова. Фильмда “Ҡайтыр” ҡушаматлы яугир, журналист Павел Самойлиндың яҙмышы һүрәтләнә. Конкурста 147 документаль фильм, репортаж, сюжет һәм телепрограмма ҡатнашты.