Бөрө үҙәк район дауаханаһы фельдшеры Нәфис Сафин 2022 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Госпиталдә яралы яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтә. 2023 йылда “Луганск Халыҡ Республикаһының рәхмәтле халҡынан” почет билдәһенә лайыҡ була. Быйыл Нәфис Сафин Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде. Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.