Киләһе ике йылда Башҡортостанда урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереүгә субсидиялар күләме арттырыла. Республикала юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 50 мең саҡрымдан ашыу, был күрһәткес буйынса беҙ башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда 2-се урында. Юл фондының һәр бишенсе өлөшө юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә йүнәлтелә. Быйыл район-ҡалаларҙа ун мең саҡрымдан ашыу юлды төҙөкләндереүгә 1 млрд 700 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығына муниципаль контракттар төҙөгәндә контролде көсәйтергә ҡушты, йәғни, билдәләнгән саҡрымдар финанслау лимиттарына тура килергә тейеш.