2025 йылдың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы педагогы республика конкурсы алдынан тармаҡ уңғандары тәүҙә муниципалитеттарҙа асыҡлана. Баймаҡтан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Линара Хәсәнова муниципаль кимәлдә үткән һөнәри конкурсы еңеүсеһе булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы-2025» ярышының төп маҡсаты-һөнәри оҫталыҡты күтәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Район конкурсы барышында тәрбиәселәр төрлө йүнәлештәрҙә үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте. Шәхси сайт булдырып, авторлыҡ эш аламдары менән таныштырҙы.
Асыҡ саралар «Миләш» балалар баҡсаһында үтте, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар методик эштәрен күрһәтте. Конкурс райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтарының тәрбиә процесына ни тиклем ижади ҡарашта булыуын күрһәтте.
Тәрбиәселәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән һөнәри конкурста ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы жюри баһаланы. Уның йомғаҡтары буйынса «Күбәләк» балаларҙы үҫтереү үҙәге тәрбиәсеһе Линара Хәсәнова гран-при яуланы.