Дүртөйлөлә гәзит-журналдарға яҙылыусылар көнө үтте

Матбуғат байрамын район хакимиәте ярҙамында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторҙо. Мәҙәниәт йортонда республикала донъя күргән гәзит- журнал уҡыусылары, журналистар һәм мөхәррирҙәр йыйылды. Сара алдынан уҡыусылар киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ташламалы хаҡҡа яҙылып, бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша алды. Әйтергә кәрәк, бөгөн Башҡортостанда 145 ваҡытлы матбуғат сыға. Улар заман менән бергә атлай һәм һанлы мөхиткә ышаныслы яраҡлашҡан.

Матбуғат байрамында шулай уҡ «Изге яҙылыу» акцияһы ла үтте. Уның сиктәрендә һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә һәм ветерандарға бүләк итеп республика, ҡала һәм район баҫмаларын яҙҙырҙы. Баш мөхәррирҙәрҙең уҡыусылар менән осрашыуы ла йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте.