Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарын хәүефһеҙ һәм йөкмәткеле ойоштороу-мөһим бурыс. Төбәк башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә байрамдарҙы ойоштороу өсөн яуаплы ведомстволар алдында ошондай йөкләмә ҡуйҙы. Шулай уҡ киләһе йылға республика бюджеты үтәлеше, ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Был аҙнала Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарына әүҙем әҙерлек башланды. Байрам көндәрен балалар һәм өлкәндәр өсөн иҫтәлекле, күңелле үткәреү өсөн төбәктә 28 меңдән ашыу мәҙәни сара ойоштороу күҙаллана. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрам көндәренә әҙерләнгән программа менән танышып муниципалитет башлыҡтарын льготалы категориялы граждандарға айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы. Өфөлә «Аксаков шыршыһы» байрамы 13 ғинуарҙа үтәсәк тип планлаштырылды.
Байрам осоронда район-ҡалаларҙа 700-гә яҡын боҙ ҡаласығы эшләйәсәк. Радий Хәбиров байрам көндәрендә хәүефһеҙлек талаптарын үтәү, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла 16 ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткәреләсәк. Төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған газификация һәм догазификация программалары буйынса һуңғы дүрт йылда 8 мең йортҡа газ үткәрелгән.
Радий Хәбиров алдағы йылда республика бюджеты үтәлешенә бәйле һорауҙарға ла туҡталды. Ҡатмарлы геосәйәси һәи иҡтисади шарттарҙа ла социаль йөкләмәләрҙе үтәү төп бурыс, тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын ҡышҡы көндәргә әҙер булырға, юл-урамдарҙы тәртиптә тоторға саҡырҙы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары ҡышҡыһын айырыуса иғтибар талап итә.
Ф.Миһранова