Дәүләт Думаһы делегацияһы Башҡортостан тәжрибәһен Рәсәйгә өлгө тип атаны

Республикала граждандар йәмғиәте көслө, уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу мөһим. Был турала Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Дәүләт думаһы депутаты Яна Лантратова билдәләне. Бөгөн Дәүләт думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты делегацияһы эш сәфәре менән Башҡортостанда булды. Улар Өфө хосписы, Көрәш һарайы, вуз-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Эшлекле программа Яна Лантратова рәйес иткән комитеттың күсмә ултырышы менән тамамланды.

Пациенттар уңайлығы өсөн өйҙәге кеүек шарттар булдырылған: тәмле аш-һыу, йылы мөнәсәбәт. Өфө хосписында паллиатив ярҙамға мохтаж балалар һәм өлкәндәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә, күсмә бригадалар патронаж хеҙмәте, мәғариф үҙәктәре лә эшләй. Ауыр хәлдә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр кем йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыға.

Өфө хосписында мине бик йылы ҡаршы алдылар. Бында мин 21-cе көн ятам, тейешле дауалау курсы алдым. Учреждение эшмәкәрлеге бик яҡшы ойошторолған, барлыҡ коллективҡа рәхмәтлемен.

Алевтина Краснова

Дәүләт думаһы депутаттары Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән танышып, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәр менән аралашты. Башҡортостандағы учреждение тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә лә таратыу тәҡдиме яңғыраны.

Ил кимәлендә Өфө хосписына оҡшаш бер ниндәй объект та юҡ. Уңышлы тәжрибәне Рәсәй буйынса таратырға кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау, коммерция булмаған ойошмалар һәм социаль яҡлау өсөн яуаплы комитеттар-барыбыҙ ҙа бергә йыйылып, был турала фекер алышасаҡбыҙ. Сараға изге эштең башланғысында булған Каринэ Хәбированы ла саҡырырға теләйбеҙ.

Яна Лантратова, Дәүләт Думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе

Дәүләт Думаһы депутаттары Көрәш һарайы, Вуз-ара кампуста ла булды. Шулай уҡ ҡунаҡтар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашып, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса фекер алышты. Төбәк етәксеһе республикала гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса системалы эш алып барылыуын билдәләне.

Башҡортостан коммерция булмаған ойошмалар иҫәбе буйынса-Волга буйы федераль округында алдынғы төбәктәр иҫәбендә. 2016 йылдан алып Йәмәғәт палатаһы аппараты ҡарамағында Ресурс үҙәк тә эшләй, коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам күрһәтелә.

Дәүләт Думаһы депутаттарының Башҡортостанға эш сәфәрен Яна Лантратова етәкселегендә үткән түңәрәк өҫтәл дауам итте. Күсмә кәңәшмәне үткәреү өсөн тап Өфө һайланыуы осраҡлы түгел. Республика өсөнсө йыл рәттән социаль йүнәлештә эшләүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урында. Шулай уҡ киләһе йыл Президент гранттарынының беренсе конкурсында ҡатнашыу өсөн иң күп проекттар Башҡортостандан ҡабул ителгән.

Түңәрәк өҫтәл эшмәкәрлегендә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң яҡшы практикалары һәм инновацион алымдары тикшерелде. Социаль йүнәлештә эшләүселәрҙең иң яҡшылары Дәүләт думаһының рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Комитет етәкселеге Башҡортостанға эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса яңы ҡануни башланғыстар менән сығырға иҫәп тота.

Гөлназ Хәйбуллина