Өфөлә «Еңеү ирекмәндәре» Башҡортостан бүлексәһе ҡатнашыусылары хәрәкәте рәйесе, Дәүләт думаһы депутаты Ольга Занко менән осрашты. Быйыл Бөтә Рәсәй проектына 10 йыл тулды. Илһөйәрлек йүнәлешендә эшләгән ойошма илдә иң ҙурҙарының береһе һанала һәм әлеге ваҡытта уның составында төрлө йәштәге миллиондан ашыу кеше бар. Республикала «Еңеү ирекмәндәре» алдынғы йәмәғәт хәрәкәте иҫәпләнә. Ойошма вәкилдәре быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бәйле төрлө сараларҙа ярҙамлаша, үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан активистары хәрәкәт рәйесе Ольга Занко менән осрашып, үҙ һорауҙарын бирҙе. Иң әүҙем ирекмәндәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.