Бындай ҡарар Союздың унынсы съезы сиктәрендә ҡабул ителде. Уның эшендә Башҡортостандың барлыҡ театр коллективтарынан 90 делегат, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин менән Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Тауыш биреү һөҙөмтәһендә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмиров күпселек делегаттарҙың хуплауын яуланы. Ул бүлексәгә 1999 йылдан етәкселек иткән Әхтәм Абушахмановты алмаштырҙы. Яңы етәксе рәйес вазифаһына биш йылға һайланды. Был осорҙа Алмас Әмиров театр сәнғәтен популярлаштырыу, уҡыу йорттары, власть органдары менән бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса аныҡ саралар күрергә ниәтләй. Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы бинаһын реконструкциялау мәсьәләһен дә күтәрмәксе.