Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында Земфира Аҡбутинаның«Йәйғорло йыл» һәм Наилә Хәмбәлиеваның «Сыңлай гәлсәр ҡыңғырау» исемле китаптарының исем туйы уҙҙы.
Сарала яҙыусыларҙың ҡәләмдәштәре, уҡыусылар ҡатнашты. Әҙәбиәт байрамында авторҙарҙан шиғри күстәнәстәр, балалар өсөн конкурстар, уйындар ойошторолдо, яҙыусыларҙың автографлы китаптары таршырылды. Балалар өсөн шиғырҙар китабы белем һәм тойғолар донъяһына тылсымлы ишек, ҙур тормошҡа ышаныслы юл күрһәтеүсе. Шиғырҙарҙың телмәр үҫтереүе, һүҙ байлығын арттырыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең:«Балалар әҙәбиәте баласаҡ хозурлығын дауам иттереүгә булышлыҡ итергә тейеш» тигән һүҙҙәрен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Аҡбутина менән Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Наилә Хамбалиева үҙҙәренең баласаҡ иленә арналған шиғырҙары менән раҫланы. Балалар өсөн тәғәйенләнгән баҫманың тиражы 500 дана Ике шағирәнең ижады малай-ҡыҙҙарҙы изгелеккә, яҡтылыҡҡа өндәүсе маяҡ буласаҡ, ти ҡәләмдәштәре.