Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдерәләр. Ватанды һаҡлаусылар, Ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә, Яҙ һәм Хеҙмәт, Еңеү байрамдарында бер нисә көнлөк ял ҡаралған. Декабрҙең һуңғы аҙнаһында өс көн эшләргә тура килә. Республика көнөндә, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында ла өҫтәмә ал көндәре була.