Башҡортостан ҡотҡарыусылары боҙ ҡалынлығын тикшерҙе

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре Белорет ҡалаһы быуаһында рейд үткәрҙе. Улар балыҡсылар менән осрашты, хәүефле мәлдәр тураһында иҫкәртте. Әле боҙҙоң ҡалынлығы 7 сантиметрға етә. Йылға-күлдәрҙә боҙ ҡатламы 10-12 сантиметрҙан кәм булмаһа ғына кеше өсөн хәүефһеҙ иҫәпләнә.