Дәүләт Думаһында үҫмерҙәрҙең питбайкын тартып алыу юлдары ҡарала

Парламентта балаларға бындай төр транспортты һатыуға бәйле закон проекты тикшерелә. “Питбайктарҙы спорт мәктәбенән белешмә булғандарға ғына һатыу хуплана. Үҫмерҙәр мотоциклда махсус майҙансыҡтарҙа ғына йөрөргә тейеш”, -  тип белдерә депутаттар.  Быйыл республикала авто йәки мото транспорт рулендә 2 мең үҫмер тотолған. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫерек булған. Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. Транспорт менән идара иткән балалар ҡатнашлығында 70-кә яҡын авария теркәлгән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда “Рулгә ултырма, малай” тигән кампания ойошторолдо. Автоинспектор Ленар Зиннуров:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт