Башҡортостанда ваҡлап һатыу артҡан

Быйыл 4 процентҡа яҡын үҫеш теркәлгән.  Тауар әйләнеше 1 триллион 214 миллиард һум.  Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә 8-се һәм Волга буйы федераль округында 2-се урында. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, тауар йәрминкәһен үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Бәләкәй эшҡыуарҙарға сауҙа үткәрмәйенсә мобиль объекттар өсөн урындар бүленә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ташламалар ҡаралған.