Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар Донбассҡа махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын оҙатыу митингы «Өфө-арена» майҙаны алдында уҙҙы. Хәрбиҙәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары хәрби комссары тәбрикләне, яуаплы хеҙмәттә уңыштар, имен-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡҡта ҡалған хеҙмәттәштәренә үҙҙәре менән бергә тыуған яҡ сәләме һәм йорт ризыҡтары, тәмлекәстәр алып бара.
Махсус хәрби операция биләмәһендә яҡташтарына ярҙам итергә теләүселәр Рәсәй оборона Министрлығы менән контракт төҙөй ала. Хеҙмәттең беренсе йылында уларға 3 920 000 һумдан ашыу аҡса түләнә. Айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан юғары тәшкил итә. Бынан алда Башҡортостан Башлығы бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыуын ноябрь аҙағына тиклем оҙайтты. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәр, уның ҡатынының 10 миллион һумға тиклемге бурысы ҡапланасаҡ.