Алдағы өс көндә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, алдағы өс көндә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура климатик норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Төнъяҡ райондарҙа урыны менән епшек ҡар яуыуы, ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы ихтимал. Юлдарҙың айырым өлөшөндә боҙлауыҡ.