Өфөләге фатирҙарҙың береһенә йылан ингән

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Интернациональ урамындағы торлаҡ йортта йәшәүсенән шылтыратыу килгән. Хужабикә ванна бүлмәһендә бер метр оҙонлоҡтағы йылан күреүе тураһында хәбәр итә. Ул башта туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсене төрлө төҫтәге туҡыма тип уйлай. Ысынбарлыҡта иһә бүлмәлә экзотик ҡунаҡ йәшеренгән булып сыға. Ҡотҡарыусылар урынға килеп еткәс, йыланды һыуытҡыс аҫтынан сығара.

Был турала мәғлүмәт таралыу менән йыландың хужабикәһе табыла. Өҫкө ҡатта йәшәүсе ҡатын Люцифер ҡушаматлы полозға йәш ярым самаһы булыуы тураһында әйткән. Ул артабан террариумдың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күрергә вәғәҙәләгән.