Өфөлә йәш психологтар форумы үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған сарала буласаҡ психогтар һәм яңы эшләй башлаған белгестәр тәжрибәле коллегалары менән аралашып, клиенттарға психологик уйындар уйнатты. Һөнәри үҫеш проекты йөҙәрләгән психологты берләштерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Психолог Эльвира Бунакова клиенттар менән аралашып уларҙы борсоған һорауҙарҙы хәл итергә тырыша. Республика йәш психологтар үҙәгендә ул коллегалары менән клиенттарға бушлай ярҙам итә. Кешеләр психолгтарға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Башҡорт дәүләт университетында үткән форумда белгестәр йыйылып һөнәри үҫеш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Йәш психологтар өсөн үткәреләгән форумда шәхестең холҡон, күңелен асыҡлау өсөн трансфармацион уйындар, психологик сессиялар ойошторолдо. Ҡатнашыусылар урында уҡ психологтар менән аралашып кәңәштәр алды.

Йәш психологтар форумы тармаҡ белгестәрен берләштереп эш майҙансығын ойоштороуҙо күҙ уңында тота. Заманса шарттарҙа психологтарҙың күп булыуы, көнәркәшлек артыуы, клиенттар базаһы әҙ булыуы йәш белгестәр өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Шуға ла йәштәр һәнәри үҫеш маҡсатын ҡуя.

Ф. Миһранова