Өфөлә IX махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе сиктәрендә кулинарҙар ярышы үтте

Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән фестиваль Башҡортостандың Ауыл хужалығы тарафынан ойошторола. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 120-нән ашыу эре ойошма, фермер хужалыҡтары, сауҙа селтәрҙәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең алдынғы етештереүселәре тәжрибә уртаҡлашып, тармаҡ проблемаларын уртаға һалып һөйләште. Эшлекле осрашыуҙар, күргәҙмәнән тыш, урында республика кулинарҙары араһында айырым ярыш уҙғарылды.

Сарала ҡатнашыусылар аш-һыу оҫталары ярышын күҙәтеп кенә ҡалманы, дегустацияларҙа тәмен дә һынаны.Ә форум барышында кулинарҙар әҙерләгән рецепттар айырым каталогҡа тупланыр тип көтөлә. Ғөмүмән, махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә килеүселәр үҙҙәре өсөн төрлө ойошмалар тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек продукцияһын асты.