Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы» буйлап гастролдәре тамамланды. Аҙна дауамында ижади коллектив 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтеп, 9 ҡалала сығыш яһаны. Концерттарҙы 5 меңдән ашыу тамашасы ҡарауы билдәләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади сәфәр Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 25 йыллығына арналды. Гастроль өсөн башҡорт халыҡ һәм классик көй-моңдар менән бергә, оркестрға махсус яҙылған яңы композицияларҙы үҙ эсенә алған программа төҙөлә. Алтын ҡулса ҡалалары сәхнәләрендә халыҡ һәм классик йырҙар, ҡобайырҙар, сәсән-импровизаторҙарҙың әкиәттәре яңғыраны. Коллективтың гастролдәре бик күп яҡташтарыбыҙҙы бергә йыйып, тыуған яҡ сәләмен еткерҙе.