Күмертау вокзалы матурланды. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен” булдырыу проекты буйынса биләмә тәртипкә килтерелде. Бында асфальт һалынды, тротуарҙар яңыртылды, юл билдәләре ҡуйылды, заманса эскәмйәләр урынлаштырылды. “Мин Күмертауҙы яратам” тигән композия менән биҙәлде вокзал яны. Ябай ғына, ғәҙәти генә, бәләкәй генә мәғлүмәт һымаҡ, республика өсөн. Урындағы халыҡ өсөн әлбиттә улай түгел. Ошондай эштәр быйыл да республиканың төрлө биләмәләрендә, төрлө ҡала-ауылдарында башҡарыла. Уларҙа ла урындағы халыҡ йәшәй.
Райондарҙа ҡалаларға йәмәғәт биләмәләре яңыртыла. Һуңғы йылдарҙа был өлкәгә ҙурыраҡ иғтибар бүленә. Федераль һәм республика программаалары ғәмәлгә ашырыла. Муниципаль бюджет аҡсаһы, бюджеттан тыш сығанаҡтар ҡулланыла. Йорт яңы биләмәләре, балалар майҙансыҡтары, йәйәүлеләр өсөн юлдар тәртипкә килтерелә.
Баймаҡ районы Темәс ауылында “Беренсе республика йөрәге” тигән йәмәғәт биләмәһендә төҙөкләндереү тамамланды. Бында ла ошо уҡ проект буйынса эштәр башҡарылған. Быйыл “Тормош өсөн” инфраструктура милли проектын ғәмәлгә ашырыуға 1 миллиард 100 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. 100 биләмә тәртипкә килтерелгән. Яңы йылда 144 биләмә төҙөкләндерелә.
Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу – төҙөкләндереү өсөн аҡса йәлеп итеүҙең ысулы. Яңауылда ҡала биләмәһен үҙгәртеү буйынса проект “Алтын трезини” халыҡ-ара премияһы лауреаты булды. Өс йыл элек ошондай уҡ наградаға Белорет паркы лайыҡ булғайны.
Нефтекамала “Хеҙмәт даны” аллеяһы барлыҡҡа килде. Бында тыуған төйәге үҫешенә өлөш индергән кешеләр һәм ваҡиғалар тураһында тарихи хәтер концепцияһы ғәмәлгә ашырыла. Күләмле төҙөкләндереү – Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Тап ошонан йәмәғәт биләмәләре үҫеше стратегияһын ғәмәлгә ашырабыҙ, тине ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлитов. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең маҡсат – төҙөк парктар, скверҙар, майҙандар, яр буйы биләмәләре. Улар халыҡ, туристар өсөн уңайлы булырға, уларҙа тормош ҡайнап торорға тейеш.
Әйткәндәй, Октябрьский, Дүртөйлө, Шишмә, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Улар биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн аҡсаны яңы йылда ала.