Республика шыршылары Ҡаҙағстанға оҙатылған

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, Шаран районынан 2 мең 400 Яңы йыл ҡупшыҡайы экспортланған.  Ылыҫлы ағастар лаборатор тикшереү үткән. Башҡортостан 1 октябрҙән 31-нә тиклем Рәсәй төбәктәренә 18 мең 600 шыршы оҙатты. Республикала 2030 йылға тиклем экспортты 70 процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылды.