3-сө балалар фольклориадаһы логотибына конкурс иғлан ителде

Ҙур сара киләһе йылда Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәм уйын ҡоралдары коллективтары килә. Логотип әҙерләү конкурсында профессиональ дизайнерҙар, вуз һәм колледж студенттары, мәҙәниәт учреждениеһы белгестәре, шулай уҡ ижади коллективтар ҡатнаша ала. Ярыш 1 декабргә тиклем өс этапта үтә. Заявкалар  30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға була. Бәйгелә еңгән логотип Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡулланыуға тәҡдим ителә.