Коллегабыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре булды. Ул 30 йылдан ашыу Салауат ҡалаһында “Салауат” телекомпанияһында эшләй. 2023 йылда махсус хәрби операцияға китә. Бөгөн уҡсылар ротаһында радиотелефонист булып хеҙмәт итә. Яугирға маҡтаулы исемде Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев тапшырҙы. “Ул фронтта батырлыҡ, тыныс тормошта юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтә. Азат Әсҡәт улы кеүек кешеләр ил тотҡаһы. Республикала ошондай кешеләр йәшәүе менән ғорурланабыҙ. Коллегабыҙы Еңеү менән көтәбеҙ”, - тине Максим Ульчев.