Шулай уҡ мең ярым махсус техниканы эшкә егеү ҡарала. Трассаларҙың таулы урындарында ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы тултырылған меңдән ашыу йәшник ҡуйылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, ҡала һәм райондарҙа тейешле күләмдә боҙлауыҡҡа ҡаршы материал тупланған.