Киләһе йылдан уға телемедицина консультациялары, хроник сирҙәре булған пациенттарҙы ситтән тороп күҙәтеү индерелә. Шәкәр диабеты һәм юғары ҡан баҫымы булғандарға айырым иғтибар бирелә. 2026 йылдан ЭКО процедураһына, онкология һәм кардиология хеҙмәттәренә квоталар арттырыла. С гепатитын дауалау өсөн көндөҙгө стационарҙа урындар күбәйтелә. Шулай уҡ бөйөр күсереп ултыртыу операциялары яһала.