Ҡатындың аналығынан 3 килограммлыҡ миома алынған. Шеш ҡарындағы ете айлыҡ бала ҙурлығына тиклем үҫкән.Табиптар билдәләүенсә, бындай күләмгә шеш уртаса 10 йыл эсендә етә. Йыш ҡына миома иртә стадияларҙа билдәһеҙ үҫә.
Күпселек осраҡта шеште операция юлы менән алғанда табиптар аналыҡ һәм бала табыу функцияһын һаҡлап ҡалырға тырыша. Әммә шеш ҙур булғанда был мөмкин түгел. Шуға күрә табиптар ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ һаулығына иғтибарлы булырға. йыл һайын диспансер тикшереү үтергә саҡыра.