Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөлә. Шыршылар-Ленин майҙанында һәм «Торатау» конгресс-холы янында ҡуйыла. Яңы йыл ҡаласыҡтарынан тыш, парктарҙы, скверҙарҙы һәм ихаталарҙы 150-нән ашыу йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк. Өфөнөң спорт һарайы алдындағы майҙанда ла бейеклеге 22 метрлыҡ пиксель шыршыһы ҡуйылды. Ул 800 дана шар, шулай уҡ күп һанлы көҙгө ҡар бөртөктәре менән биҙәләсәк. Бынан тыш, ике километр самаһы оҙонлоҡтағы гирлянда эленә. Әйткәндәй, Башҡортостанда шыршы ҡуйылған яңы йыл боҙ ҡаласыҡтары 20 декабргә асылырға тейеш. Уларҙың балалар һәм ата-әсәләр өсөн хәүефһеҙ булыуын махсус комиссиялар күҙәтә.