Баймаҡ районы Беренсе Моҡас ауылына зәңгәр яғыулыҡ килеп етте

Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.

2025 йыл Моҡастар өсөн бик уңышлы булды. Ауыл халҡы «Ҡаһарман халҡым минең» китабының исем туйын үткәрҙе. Унан берҙәм көс менән төҙөлгән мәсет үҙ ишектәрен асты. Урамдарға ҡырсын-таш түшәлде. Һәм ниһәйәт оҙаҡ хыялда ғына булған, зәңгәр яғыулыҡ килеп етте. Шуға күрә лә газға тәүге тоташыу тантаналы шарттарҙа үтте.

Йортта ниһайәт газ плитәһенә ут тоҡанды. Беренсе Моҡас ауылында йәшәүсе Сәфәрғәлиндарҙың ишле ғаиләһенә тәүгеләрҙән булып зәңгәр яғыулыҡ инде. Ғаилә башлығы-хәрби хәрәкәттәр ветераны.

Беренсе Моҡас ауылы өсөн ҡыш алдынан йорттарын тәбиғи газға тоташтырыу ысын байрамға әйләнде. Был үҙ сиратында урындағы халыҡтың тормошон күпкә уңайлыраҡ итәсәк. Барлыҡ эштәрҙе тиҙ арала Сибай ҡалаһының «Газпром» филиалы белгестәре башҡарған.