Башҡортостандың халыҡ артисы 8 йәшлек Таирҙы дауалауға 2 миллион 400 мең һум аҡса күсерҙе. Таир 3 йыл лейкоз менән көрәшә. Химия терапияһы үткәрә, әммә яңынан рецидив була, хәҙер уға елек мейеһен күсереп ултыртырға кәрәк. Донорҙар донъя регистрҙары аша эҙләнә. Яҡынса сығымдар 3,5 миллион һумға барып баҫа. Сумманың өстән бер өлөшөн ғаиләнең дуҫтары һәм туғандары көсө менән йыйылған. Ҡалған өлөшөнә Полина Гагарина матди ярҙам күрһәткән, әлеге ваҡытта аҡса йыйыу тамамланған.
Полина Гагаринаға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме 2024 йылдың авгусында бирелде. Ул саҡта йырсы баш ҡаланың юбилейы уңайынан байрам сараларында ҡатнашты. Социаль селтәр ҡулланыусылары артистың изге күңеленә һәм йомартлығына һоҡлана, уға бирелгән исемдең лайыҡлылығын билдәләй.