Ватан һаҡсыларына хәстәрлек. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль адаптация һәм реабилитация мәсьәләләренә арналған парламент тыңлауҙары үтте. Бөгөн ил һәм республика кимәлендә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса норматив-хоҡуҡи база булдырылған, был йүнәлештә ведомство-ара эш алып барыла. Медицина, мәғариф өлкәләре булһынмы, мәшғүлектәрен тәьмин итеү, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүме-төбәктә был категория өсөн илленән ашыу ярҙам сараһы эшләй. Быйыл ошо маҡсатта бюджеттан 25 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылғайны.
Комплекслы ярҙам сиктәрендә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарға медицина һәм психологик реабилитация системаһы ла ойошторолған. Бөгөн ике меңгә яҡын кеше диспансер тикшереү үткән. Шулай уҡ ветерандарҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән хәрби комиссариаттар мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә эшләй. Уҡытыу һәм кадрҙар программалары ла булдырылған.