Баш ҡалала саф һауала музей булдырыла

Ул “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы” стелаһы янында ойошторола. Әле унда паровоз йыйыла, нигеҙ һәм рельстар һалынған. Ҡоролмаларҙы урынлаштырыу декабрҙә тамамланырға тейеш. Ойоштороусылар фекеренсә, тимер юл составы интерактив була. Музейға килеүселәр уның эсенә инә, машинист кабинаһына үтә ала.