Өфөлә унынсы республика музей форумы үтә

Бөгөн Өфөлә унынсы республика музей форумы үтә. Милли музейға Башҡортостандың йөҙҙән ашыу учреждениеһы вәкилдәре йыйылған. Был профессиональ диалог, тәжрибә уртаҡлашыу һәм төбәктең киләсәк музей тармағын билдәләү өсөн көстө туплау өсөн төп майҙансыҡ. Проект сессияһында ҡатнашыусылар инновацион ҡарарҙар эҙләй, командаларға бүленеп музей эшен үҫтереүҙең көнүҙәк темалары өҫтөндә эшләй. Проекттарҙы яҡлау һәм йомғаҡлау резолюцияһын әҙерләү стратегик идеяларҙы теркәргә һәм уларҙы республиканың бөтә музей берләшмәһенә еткерергә мөмкинлек бирәсәк.