Өфөлә Сәид Әхмәттең пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәләштерелде

Өфөлә Ташкент ҡояшы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үзбәк яҙыусыһы Сәид Әхмәттең пьесаһы буйынса музыкаль комедия сәхнәләштерелде. Донъя сәхнәләрен шаулатҡан спектаклдең премьераһы баш ҡалала ла аншлаг менән үтте. Әҫәрҙе ҡырғыҙ режиссеры сәхнәләгә ҡуйған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фарман ханымдың кинйә улы өйләнеүе хөрмәтенә туйға тотош өфөлөләр саҡырылды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына килгән һәр кем Үҙәк Азия күстәнәсенән дә һыйланды. Артабан, төп байрам тамашалары сәхнәлә үтте.

Үзбәк яҙыусыһы, драматург Сәид Әхмәттең киң билдәле пьесаһын сәхнәгә Ҡырғыҙстандан саҡырылған режиссер Уланмырҙа Карыпбаев ҡуя. Музыкаль комедия жанрындағы спектакль тамашасыларҙы үзбәк мәҙәниәтенең сағыу донъяһына, күңелле йырҙарға һәм дәртле бейеүҙәргә сумдыра. Сит ил режиссеры менән дуҫлыҡ «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙарҙың Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә булдырылған.

Уланмырҙа Карыпбаев Санкт-Петербургта Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институтын тамамлаған. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Рәсәй һәм Көньяҡ Корея театрҙарында 45-кә яҡын спектакль сығарыуға өлгәшкән. Ә инде ҡырғыҙ режиссеры бөгөн башҡорт театры менән тәүгә хеҙмәттәшлек итә.

Әйткәндәй, Уланмырҙа Карыпбаевтың киләһе премьераһы Яңы йылға билдәләнгән. Был юлы башҡорт театры сәхнәһендә ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре сәхнәләштереләсәк.

Азат Ғәлиуллин