Республиканың Мәғарифты үҫтереү институтында финанс мәсьәләләре тикшерелде

Майҙансыҡ финанс мәҙәниәтен булдырыу һәм финанс хәүефһеҙлеге темаһына арналған 12-се Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияны ҡабул итте. Унда ҡатнашыуға Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Өфөгә килә алмағандар, конференцияла видеобәйләнеш аша сығыш яһаны. Мутлашыу схемалары артҡан осорҙа һәр кемгә уяу булырға һәм финанс белемде арттырырға кәрәк, ти ойоштороусылар. Ғилми-ғәмәли конференцияла төрлө ведомство һәм банк хеҙмәткәрҙәренән тыш, уҡыусылар ҙа сығыш яһаны, үҙ проекттарын яҡланы. Ҡатнашыусылар өсөн 10 майҙансыҡ, күргәҙмә, консультациялар алыу һәм уйын зонаһы эшләне.