Теүәл 39 йыл элек атом электр станцияһының 4-се энергия блогы махсус көмбәҙ-саркофаг менән ябыла. Баш ҡалалағы «Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре герой-ликвидаторҙары» мемориалы алдында үткән сараға техноген ғәҙәттән тыш хәлде үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Кеше һаулығы, бөтә тереклек хәүеф аҫтына эләккән мәлдә Башҡортостандан 8 меңдән ашыу кеше фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.
Чернобыль АЭС-ның 4-се энергия блогындағы шартлау һәм янғын һөҙөмтәһендә һауаға 190 тонна радиоактив матдә бүленеп сыға. 200 мең квадрат километрҙан ашыу биләмә бысрана. Ликвидаторҙар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтеүе арҡаһында донъя глобаль экологик һәләкәттән ҡотҡарыла. Шартлаған реактор һәм емереклектәрҙе саркофаг менән ҡапланған көндө-Чернобылде еңеү көнө тип тә йөрөтәләр. Әле Башҡортостанда Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан мең ярым кеше йәшәй.